Өфө уйынсылары бөгөн чехтар менән осраша

Башҡортостандың төп футбол командаһы Австрияла күнекмә барышында контроль уйындар үткәрә. Бөгөн Чехияның “Виктория Пльзень” футбол клубы менән осрашыу ҡаралған. 13 июлдә Өфө уйынсылары Башҡортостанға әйләнеп ҡайта.

Киләһе аҙнала футбол буйынса Рәсәй Премьер-лигаһында яңы чемпионат башлана.