Документта билдәләнеүенсә, Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы эш биреүселәргә 19 июлде ял көнө булараҡ иғлан итергә кәңәш итә. Коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн шундай тәҡдим индерелгән. Өфө медицина университеты ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, бындай сара үҙен аҡлай.
20 июлдә Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, дини байрамдар рәсми ял көнө һанала. Шуға быйыл июлдә Башҡортостанда 4 көнлөк ял булыуы ихтимал.