Фольклориадала ҡатнашыусылар башҡорт телендә йырлап, яҙмаһын республика башлығы Радий Хәбировҡа тапшырған.Ҡунаҡсыл төбәк – Башҡортостандан ҡайтып китеүебеҙ бер аҙ үкенесле, әммә донъя картаһында беҙ тағы ла килергә, күрергә теләгән бер урын булды, ти ҡунаҡтар.
Хәҙер донъяның күп кенә ерендә бер нисә башҡорт һүҙен белгән кешеләр артты, тигән һүҙҙәр менән видеояҙманы социаль селтәрҙә урынлаштырған Радий Хәбиров.