Башҡортостанда юғалған 10 турист табылған

Уҙған ял көндәрендә бер төркөм Инйәргә сәйәхәткә юллана. 10 кеше төркөмдән айырылып урманда аҙаша. Һөҙөмтәлә ҡотҡарыусыларҙы йәлеп итергә тура килә.

Ошондай күңелһеҙ хәлдәр бумаһын өсөн, әҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сәйәхәткә сығыр алдынан маршрутты теркәргә кәңәш итә.