Республикала мәҙәни мираҫ обьекттары исемлеге яңыртылды

Үҙгәртелгән исемлеккә бер нисә тиҫтә тарихи һәм архитектура ҡомартҡылары өҫтәлде.

Улар - Әбйәлил районындағы ике мәсет, тимер юл станцияһының бинаһы, мосолман зыяраты, Баймаҡ районында сауҙәгәр, бай Сөләймәнов һәм Петровтың келәте, Троицк сиркәүе һәм башҡа обьекттар.