Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров шул турала хәбәр итте. 20 июлдә Ҡорбан байрамы билдәләнә. Ул шишәмбегә тура килә. Шуға 19 июль, дүшәмбе көн, эш хаҡын һаҡлау шарты менән ял көнө булараҡ иғлан ителә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров Ҡорбан байрамы ваҡытында санитар талаптар үтәлешенә етди иғтибар бирергә ҡушты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала уҙған тәүлектә 215 кешелә коронавирус асыҡланған. Вакциналау күрһәткесе буйынса Башҡортостан илдә 9-сы урында. 420 меңдән ашыу кеше коронавирустан прививканың ике компонентын да яһатҡан.
Радий Хәбиров Фольклориадала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Халыҡ-ара фестиваль юғары кимәлдә ойошторолдо. Йоғошло сирҙәр таралыуға юл ҡуйылманы. “Халыҡ-ара фестиваль ысын мәғәнәһендә халыҡ дипломатияһы өлгөһө булды”, - тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһында 37 илдән коллективтар ҡатнашты. Башҡортостанға 1 меңдән ашыу бейеүсе, йырсы һәм кәсепсе килде. 8 көн дауамында 22 район һәм ҡалала үткән сараларҙа 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 28 концерт майҙансығында 61 тамаша ойошторолдо.