Бөгөн Мәләүез районы Ергән ҡасабаһында тимер юл аша сығыу урынында авария булған

Опель Астра автомобиле тепловозға бәрелгән. Машина водителе һәм салондағы 2 кеше имгәнгән. Улар Салауат ҡалаһындағы дауаханаға оҙатылған, тип хәбәр итә автоинспекторҙар.

Юл ҡазаһына бәйле, пассажир һәм йөк поездары тотҡарланмаған. Тимер юлдағы бағаналар һәм селтәрҙәр зыян күрмәгән.