Был ярҙам республикала эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ҡаралған.
Бер юридик шәхескә йәки эшҡыуарға субсидия күләме 5 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Төп шарт субсидияның 50 проценты күләмендә өҫтәмә финанс һалыу.
Шулай уҡ 5 йыл дауамында ойошманы ябыу тураһында ҡарар ҡабул итмәү, штрафы һәм һалым бурысы булмауы шарт, хеҙмәт хаҡын индексацияларға, эш урындарын һаҡларға һәм арттырырға кәрәк. Сығымдарҙы бүлеү Туризм буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелә.