Проектты дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматында бойомға ашырыу планлаштырыла. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе.
Быйыл коммерция булмаған ойошма эше өсөн бюджеттан 50 миллион һум бүленгән. Октябрь айына тиклем шихан түбәһенә тиклем баҫҡыс эшләнеп бөтөргә тейеш. Бының өсөн техника йәлеп ителмәй, барлыҡ эштәр ҡул менән башҡарыла.
Киләһе миҙгелгә Торатау тирәләй экологик һуҡмаҡ була. 2025 йылға тиклем шәхси инвесторҙар иҫәбенә 16 объект төҙөү күҙаллана.