Башҡортостанда алкоголь ҡулланып енәйәт ҡылыу осраҡтары кәмей

Был турала сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдерҙе. Ғинуар-апрель айҙарында иҫерек килеш енәйәт ҡылыусылар һаны, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 7,9 процентҡа түбәнәйгән

Рәсәй буйынса был күрһәткес 5,5 процент. Министрлыҡ вәкилдәре алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүсе ойошмаларҙы даими тикшереп тора. Уның һөҙөмтәһендә, 275 административ протокол төҙөлгән, законһыҙ әйләнештән 4 мең литр тирәһе продукция алынған.