Күләмле проектты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыу планлаштырылған. Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә урман янғындары, вакцинация темптары, Ҡорбан-байрамға бәйле иғлан ителәсәк өҫтәмә ял көндәре хаҡында ла эшлекле һөйләшеү булды. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда Фольклориада ла тамамланды. Республика һуңғы сит ил ҡунаҡтарын оҙата. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Өфө аэропорты»на бер-бер артлы автобустар ағыла. Алтынсы Бөтә Донъя Фольклориадаһында ҡатнашҡан меңдән ашыу артист чартер рейс менән Мәскәүгә юлланырға әҙерләнә. Хушлашыу минуттары иһә ауыр бирелә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә коллективтар араһында дуҫлыҡ ептәре нығый, Башҡортостанға ҡарата һөйөү уяна.
Фольклориадаға өс йөҙ меңгә яҡын кеше тамаша ҡылған, ә инде телевидение трансляциялары һәм интернет аша күҙәтеүселәр миллиондар менән иҫәпләнә. Өфөләге мәҙәни ваҡиға федераль каналдарҙан тыш, сит илдәрҙә лә киң яҡтыртылды. Республика башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә халыҡ-ара сараның юғары кимәлдә үтеүен билдәләп, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙәренсә, Фольклориада ваҡытында коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуйылмаған. Ҡатнашыусыларҙың 80 проценттан ашывуы прививка яһатҡан була. Республика башлығы Башҡортостанда ла вакцинация темптарын арттырырға ҡушты. Әлегә республикала йәшәүселәрҙең 421 меңе препараттың ике компонентын да ҡаҙатҡан.
Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа планлаштырылған күләмле сараларҙы кисектерергә ҡушты. «Ҡорбан байрам»ға килгәндә, был көндө санитар-эпидемиологик талаптарҙы көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Халыҡҡа өҫтәмә ял итеү мөмкинлеге лә бирелә.
Торатау һәм Янғантау геопаркттарына туристарҙы йәлеп итеү маҡсаты ла ҡуйылған. Ошо маҡсатта белгестәр көсө менән геопарктар һәм геологик мираҫ тураһында закон проекты әҙерләнгән. Ул киләһе миҙгелдә Башҡортостан депутаттары тарафынан ҡараласаҡ. Тәбиғәт биләмәләре янында инфраструктура үҫешен тәьмин итеү ҙә талап ителә. Яңы бизнес-проекттарға дәүләт ярҙамы ҡаралған. «Торатау» геопаркына килгәндә, октябрь аҙағына тиклем шиханда эко-һуҡмаҡ һалынасаҡ. Этнографик комплекс төҙөлөшө планлаштырыла.
Оператив кәңәшмәлә урман янғындарына бәйле хәл дә ҡаралды. Тотороҡһоҙ һауа шарттарына бәйле, быйыл ут сығыу осраҡтары былтырға ҡарағанда 4 ярым тапҡырға артып, 205-кә еткән. Ут менән көрәшкә һәм авиация патрулен алып барыуға өҫтәмә финанстар талап ителә. Урман хужалығы федераль агентлығына резерв фондтан ун биш миллион һум бүлеү тураһында мөрәжәғәт ебәрелгән. Шулай уҡ Республика Хөкүмәте лә ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ..
Тәбиғи янғындар башлыса кеше факторына бәйле. Шуға Радий Хәбиров урманға зыян килтереүселәр менән әүҙем көрәш алып барырға ҡаршы. Бер генә бөртөк һүндерелмәгән шырпы һәм тәмәке төпсөгө йөҙҙәрсә гектар йәшел ҡалҡанды көлгә әйләндерә. Киҫкен хәлгә бәйле, Урал Аръяғы райондарында 25 июлгә тиклем халыҡҡа урманға инеү тыйылған.
Гөлназ Хәйбуллина