Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынна хәбәр итеүҙәренсә, йәкшәмбе Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы – Ибрай юлында «Митсубиши Лансер» автомобиленә идара итеүсе 33 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалтып, кюветҡа сығып ауа.
Авария мәлендә салонда 7 кеше, шул иҫәптән 2 һәм 7 айлыҡ сабыйҙар булыуы билдәле. Ауыр йәрәхәтләнгән иң кескәй пассажир бөгөн иртән дауаханала һәләк булған. Руль артында ултырған Иглин районында йәшәүсе ирҙең ҡанында алкоголь булыуы иҫбатланған. Ике ғаилә Әй йылғаһы буйында ял итеп ҡайтып барған булған.
Флорида Ким