Улар араһында 19 үҫмер. Граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре пляждар буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты. Ял итергә рәсми рәүештә рөхсәт ителгән урындарда һыуҙа һәм яр буйында патруль хеҙмәте ойошторолған. Шуға ҡарамаҫтан, күп граждандар ял итеү өсөн хәүефле урынды һайлай. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Хәүефһеҙ урынға тиклем ни бары 100 генә метр. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ ситкәрәк китеп, рөхсәт ителмәгән ерҙә һыу инеүҙе хуп күрә. Тап ошо урында спиртлы эсемлек ҡулланған ирҙең һыуға батып ғүмере өҙөлгән. Уны сәғәттән ашыу дуҫтары, һуңынан водолаздар әҙләй.
Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре аҙым һайын тиерлек рөхсәт ителмәгән урында һыу инеү тыйылыуы тураһында репродукторҙар аша иҫкәртеп тора.
Ҡотҡарыусыларҙың иҫкәртеүен күпселек ял итеүселәр иҫәпкә лә алманы, берҙән-бер ғаилә генә хәүефһеҙ пляжға табан юлланды.
Һуңғы 6 йыл эсендә генә рөхсәт ителмәгән был урында тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлгән. Сәбәбе – һыу төбөнөң ҡомон сығарғандан һуң хасил булған тәрән соҡор. Әлеге ваҡытта был урында ҡотҡарыу посы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора.
Һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған пляждарҙы һыу өҫтөнән дә күҙәтеү башҡарыла. Николай Григорьевтың көндәлек маршруты – Дуҫлыҡ монументынан Төнъяҡ автовокзалға тиклем юл. Ҡотҡарыусының тырышлығы арҡаһында күп ғүмерҙәр һаҡланған.
Ҡотҡарылған үҫмер өйөнә үҙ аяҡтарында ҡайтып киткән. Әгәр ҙә был осраҡта яҡында ҡотҡарыу хеҙмәте булмаһа, баланы пляждан бөтөнләй икенсе ысул менән алып ҡайтырға тура килер ине. Бәхеткә, тәжрибәле белгестәрә күңелһеҙ хәлгә юл ҡуймаған.
Гүзәл Борханова