Туймазы районы баҫыуҙарында ураҡ эштәре башланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Быйыл район хужалыҡтары 37 мең гектар майҙанда төрлө культуралар ултыртҡан. Аграрийҙар билдәләүенсә, уҙған йыл менән сағыштырғанда бойҙай культуралары ике аҙнаға иртәрәк өлгөргән.

Ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыуҙа кәңәшмә ойоштороп, уңыш күләмен арттырыу, эш миҙгелен яҡшы күрһәткестәр менән тамамлау мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Августа төбәк аграрийҙары ужым культуралары сәсеүгә төшөргә ниәтләй. Планға ярашлы, ҡышҡылыҡҡа 10 мең гектар ерғе сәсеп ҡалдырыу ҡаралған.

Флорида Ким