Өфөнөң Дим районының күп ҡатлы йорт ихатаһы алдын төҙөкләндереү тамамланып килә

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә биҫтәнең Левитан урамында бер-нисә балалар майҙансығы, парковка урындарының артыуы көтөлә. Ихата биләмәһен рәссам-декораторҙар биҙәйәсәк. Теман БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Левитан урамында йәшәүселәргә күп ҡатлы йорт алды ихатаһын төҙөкләндереүҙе һорап төрлө ойошмалар тупһаларын тапарға тура килә. Урындағы халыҡ балалар уйнар майҙансыҡ, автомобиль ҡуйыр урын булмауға зарлана. Ниһайәт, мәсьәлә быйыл республика программаһы ярҙамында хәл ителә. Яҡын арала бында бер юлы 4 яңы балалар майҙансығы сафҡа инә.

Төҙөлөкләндереү эштәре тамамланыу менән, ихаталағы фонтан да йәнләнәсәк. Әле фонтан тирәләй эштәр 80 процентҡа тиерлек теүәлләнгән. Халыҡтың яратҡан урыны танымаҫлыҡ булып үҙгәрә.

Ремонт һәм төҙөлөш эштәре ҡаланың торлаҡ файҙаланыу идаралығы менән берлектә алып барыла. Әлеге подрядсы ойошма вәкиллеге Өфөнөң Мушников һәм Кувыкин урамдарында ла эш алып бара. Улар эштең һөҙөмтәлелеген төҙөлөш материалдары менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүгә лә бәйләй.

Азат Ғәлиуллин