Республика буйынса быйыл 107 сығарылыш синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған. Шулай уҡ биш кеше бер нисә фәндән һынауҙарҙа иң юғары балға ирешкән.
Мәғлүм булыуынса, имтиханды 100 балға тапшырып, һөнәр үҙләштереүгә Башҡортостан ВУЗ-дарын һайлаған абитуриенттарға төбәк етәксеһе тарафынан аҡсалата премия ҡаралған. Быйылғы уҡыу йылында был сумма 150 мең һум тәшкил итә.
Флорида Ким