Респуликала ғаилә ҡиммәттәре көнө уңайынан туй тантаналары һәм бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлап, тормош юлынан парлашып үтеүсе өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде. Киров районы никах теркәү йортонда йәш ғаиләне Өфө ҡала хакимиәте башлығы тәбрикләне. Кәримовтар ғаиләһе иһә ярты быуат бергә ғүмер итеү тантанаһын үткәрҙе. Ғаиләләрҙең бәхет серен БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы.

Тәүгә танышҡан көндәрен улар әле кисә генә булған ваҡиға итеп хәтерләй, ғүмерлек мөһим аҙымға барыу өсөн бер осрашыу ҙа еткән. Ятаҡҡа урынлашып йөрөгән ҡыҙға студенттар советы рәйесе вазифаһындағы егет ордер тапшыра һәм уға бер күреүҙән ғашиҡ була. Шул мәлдән алып Карамовтар бергә.
Һуңынан иптәше Ватан алдында бурысын үтәй, унан ҡайтҡас заводта хеҙмәт юлын дауам итә. Хәләле Лилиә ханым хәстәрлекле, уңған хужабикә булып йорт ҡотон һаҡлай.
Уларҙың дуҫлығына, мөхәббәтенә һоҡланмаған кеше юҡ. Лилиә Леонидовна күркәм баҡсаһында күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә. Шамил Карим улы бал ҡорттары тота.
Наталья һәм Руслан Әҡсәновтар ғаилә тормошона әле яңы аяҡ баҫа. Тап Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә йәштәр яҙмыштарын бергә бәйләргә булған.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө 2008 йылдан алып билдәләнә. Был көндө ғаиләләргә бүләккә сафлыҡ һәм тоғролоҡ символы булған ромашкалар тапшырыу йолаһы ла һаҡланған.
Гүзәл Борханова