Башҡортостанда федераль трассаларҙы төҙөкләндереү күләме икеләтә артҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был маҡсатта 15 миллиард һум аҡса тотонолған. Район-ара юлдарҙы яңыртыуға яҡынса 5 миллиард һум бүленгән.Был туралаБашҡортостан башлығы рәйеслегендә үткән Транспорт сәғәтендә билдәләнде.

2021 йылда ремонттан һуң 125 километр федераль трасса сафҡа индерелә. Бынан тыш 2024 йылға тиклем Татарстан сигенән Дүртөйлө ҡалаһына тиклем М-12 магистраленең яңы өлөшөн һуҙыу ҡарала. Белгестәр фекеренсә, эште был тирәлә нефть үткәргес торбалар һәм башҡа коммуникацияларҙың күп булыуы ғына тотҡарлай.

Фекер алышыу барышында баш ҡаланың юл селтәрен ремонтлау һәм тәртиптә тотоу буйынса мәғлүмәт тыңланды. 2021 йылға Комсомол урамын төҙөкләндереү, Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге үткәүелде яңыртыуҙы тамамлау ҡаралған. Өфөнөң Революция урамы менән Ибраһимов бульварында күләмле ремонт эштәре башҡарыласаҡ.

Мең 600 саҡрымға һуғылған юл селтәрен хеҙмәтләндереүгә 490 берәмек техника йәлеп ителгән. Башҡортостан башлығы ултырышта, Өфөнөң юбилейына ҡарата төп маҡсат, юл инфраструктураһын заман талаптары буйынса камиллаштырыу, тип белдерҙе.

Рафиҡ Әхмәтшин