Был баҫма Троицк ҡалаһында 1911 йылдың июленән 1916 йылдың ғинуарына тиклем айына ике тапҡыр иҫке төрки телендә баҫылып килгән. Журнал башҡорт шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла хөрмәтенә атап сығарылған.
Баҫмала башҡорт, татар, ҡаҙаҡ авторҙарының юмористик һәм сатирик әҫәрҙәре, шулай уҡ танылған башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары донъя күргән. Журнал ғәрәп графикаһында нәшер ителгән. Ул хәҙерге башҡорт теленән ғәрәп һәм иҫке төрки һүҙҙәренең күп ҡулланылыуы менән айырылып торған.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының 2-се курс студенттары уҡытыусы Айтуған Ҡоланчин етәкселегендә “Аҡмулла” журналының ике һанын хәҙерге башҡорт теленә тәржемә иткән. Баҫма шағир-мәғрифәтсенең тыуыуына 190 йыл уңайынан әҙерләнә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТәржемәселәр төркөмө етәксеһе, университет уҡытыусы Айтуған Ҡоланчин әйтеүенсә, баҫма телселәр һәм журналистар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булмаҡсы. Унда ҡулланылған һүҙҙәр хәҙерге башҡорт телен байытыуға өлөш индерә ала.