“Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу ваҡытынан алда үтәлеп килә

Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә күп ҡатлы йорт алдарын тәртипкә килтереү мәсьәләһе ҡаралды. Программа буйынса 21 ҡалала 140 ихата төҙөкләндерелә.

Бының өсөн 742 миллион һум бүленгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һөйләй.