Транспорт сәғәте ултырышы уҙҙы

Транспорт сәғәте ултырышында Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков республика баш ҡалаһында юлдарҙы тәртиптә тотоу һәм ремонтлау тураһында һөйләне.

Быйыл тамамланырға тейеш иң эре инфрастуктура объекттары: Комсомол урамын реконструкциялау һәм Зәки Вәлиди урамында Салауат Юлаев проспекты аша яңы юл үткәргес төҙөү. Шулай уҡ Революцион урамында, Ибраһимов бульварында ҙур ремонт эштәре башҡарыла.

 Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек ваҡытында төп бурыстарҙың береһе – сифатлы юлдар тип билдәләне республика башлығы Радий Хәбиров.

“Беҙ Өфөнөң юл инфраструктураһын яҡшыртырға тейеш. Сифатлы юлдар, уңайлы һәм заманса туҡталыштар, хәүефһеҙ йәмәғәт транспорты һәм, әлбиттә, һәр ҡайҙа тәртип, таҙа булырға тейеш. Был – бик яуаплы бурыс, уны һис шикһеҙ үтәргә кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.