Башҡортостанға Бахрейн короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Әхмәд Абдулрахман Әл-Сәити килде. Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров менән осрашыуҙа туризмды үҫтереү, шул иҫәптән Өфөнән Бахрейндың баш ҡалаһы Манамаға авирейстар ойоштороу, бизнес-миссиялар менән алмашыу мәсьәләләре буйынса фекер алышынды.
Һөйләшеүҙәрҙе 28-30 июлдә үтәсәк “Рәсәй – Ислам доньяһы:Ҡазан саммит-2021” сиктәрендә дауам итеү тураһында килешелде. Илсе нефть һәм газ өлкәһендә белем биреү буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән дә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
Башҡортостан менән Бахрейн араһында әле тауар әйләнеше юғары күрһәткестәргә етмәгән. Хеҙмәттәшлек былтыр мебель етештереү тармағынан башланды. Сауҙаны үҫтереү өсөн мөмкинлектәр барлығы билдәләнде.