Ун йүнәлеш буйынса ғариза тапшырырға була

Кандидаттар исемлегендә абитуриенттың исем-шәрифе күрһәтелмәй. Быйыл юғары уҡыу йортона ҡабул итеүҙә ошондай яңылыҡтар бар. Республика Мәғариф һәм фән министры үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Ведомство етәксеһе урынбаҫары Альберт Йәримов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл абитуриенттар өсөн 13 меңдән ашыу бюджет урыны ҡаралған. Был былтырғынан 2 меңгә күберәк. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында түләүһеҙ нигеҙҙә уҡыу өсөн 1 меңгә яҡын урын булдырылған. Быйыл яңы йүнәлеш буйынса белем бирелә башлай. Юғары уҡыу йорто ректоры Салауат Сәғитов:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл республикала 19 мең самаһы егет һәм ҡыҙ өлгөргәнлек аттестатын алды. Уларҙың 100-ҙән ашыуы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған.