Бензинға һәм дизель яғыулығына йәнә хаҡ артыуы теркәлде

Бөгөн Өфөнөң яғыулыҡ ҡойоу станцияларында йәнә бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡ артыуы теркәлде. Яғыулыҡтың бөтә төрөнә лә хаҡ 20 тингә күтәрелгән. “Башнефть” заправкаларында, АТУМ-95-се 47 һум 65 тин, 92-се  44 һум 75 тин, дизель яғыулығы 47 һум 90 тин тора.