Башҡортостандың тәбиғи ҡомартҡылары Инстаграмда таныла

Инстаграмда Башҡортостандың иң йыш күрһәтелгән урындары тураһында видеояҙма киң танылыу ала. Бындай ерҙәргә С.Юлаевҡа һәйкәл, Торатау шиханы, Шевчук дуғаһы, Арт-квадрат, Белореттағы Ирәкташ һырты ингән.

Блогер Рәис Ғәбитов әйтеүенсә видеоны урынлаштырыуҙың маҡсаты-Башҡортостандың туристик брендын танытыу һәм туристарҙы йәлеп итеү.