Дүрт ҡатлы йорттар Октябрь проспектында урынлашҡан. Улар ҡаланың төп магистрале буйында 1950 йылда төҙөлгән тәүге йорттар. Бындағы фатирҙар агрегат заводы эшселәре өсөн тәғәйенләнә.
Тап ошо йорттарҙан Октябрь проспекты һуҙыла башлай. Тәүҙә ул Маяковский урамы тип йөрөтөлә.
Быйыл баш ҡалабыҙҙа капиталь ремонт программаһы буйынса мәҙәни мираҫ обьекты статусы алған 13 йорттоң тышҡы йөҙөн реставрациялау планлаштырылған.