Башҡортостан Хөкүмәтендә медицина объекттарын төҙөү барышы ҡаралды

Ултырышты Премьер-министр Андрей Назаров үткәрҙе. «Сәләмәтлек» милли проекты һәм республика бюджеты иҫәбенә быйыл 8 капиталь фельдшер-акушер пункты, 2 табип амбулаторияһы, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһы һәм Мәсәғүт ауылында балалар поликлиникаһы төҙөлә.

Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, былтыр 97 модуль фельдшер-акушер пункты асылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт