Быйыл “Янған-Тау” геопаркында туристар һаны былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан

Проект операторы мәғлүмәте буйынса, ял көндәрендә бында 5 меңгә яҡын турист килә. Киләһе йылда геопаркта өс капиталь объект сафҡа индерелергә тейеш.

Объекттар төҙөлөшөнә республика ҡаҙнаһынан 700 миллион һум бүленә. “Янған-Тау” – Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә ЮНЕСКО селтәренә ингән тәүге геопарк.