Үткән аҙнала Республика менән идара итеү үҙәгенә коронавирустан вакцина темаһы буйынса 2 мең 578 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Икенсе урында социаль яҡлауға бәйле проблемалар (321 мөрәжәғәт). Өсөнсө баҫҡыста юл мәсьәләһе (256) , дүртенсе урында төҙөкләндереү темаһы (195), бишенсе баҫҡыста – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле һорауҙар (192).
5 июлдән 11-енә тиклем Республика менән идара итеү үҙәгендә 4 мең 27 мөрәжәғәт эшкәртелгән. 1 мең 584 хәбәр “Инцидент-менеджмент” аша ҡабул ителгән, 2 мең 443 мөрәжәғәт кире бәйләнеш платформаһы аша килгән. Бер аҙна элек үҙәк 5 мең 491 хатты эшкәрткән.
Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.