“Урал аръяғы инвестиция һабантуйы” 19 августа башлана

Ул Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районында ойошторола. Был турала Башҡортостан Башлығының күрһәтмәһе бар. Документта билдәләнеүенсә, һабантуй барышында коронавирус таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн бөтә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш.

Инвестиция йыйынында Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙары, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Форум ике көн дауам итә.