Өфөлә вакансиялар йәрминкәһе ойоштороласаҡ

Был кесаҙна Өфөлә Һаулыҡ һаҡлау, Социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, Мәғариф һәм Финанс эшмәкәрлеге ойошмалары өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.

Унда табиб, шәфҡәт туташы, администратор, офис-менеджер, санитар, тәрбиәсе, секретарь, педагог, слесарь-сантехник, электр ҡорамалдары белгесе кеүек һөнәрҙәр тәҡдим ителә. Килеүселәргә мәжғүллек өлкәһендә бушлай дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә.

Эш урындары йәрминкәһе Өфөнөң Ибраһимов бульвары 47, кәсер 1 адресы буйынса көндөҙгө 10-дан 12 сәғәткә тиклем эшләй.