Күгәрсен һәм Мәләүез райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана

Урал яръяғында ла урман янғындары хәүефе юғары. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдерәләр. Халыҡты иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыралар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.