Өфөнөң “Толпар” командаһы Йәштәр хоккей лигаһының яңы миҙгеленә әҙерләнә

Күнекмәләргә улар яңы тренер Лев Бердичевский етәкселегендә сыға. 27 июлдә “толпарҙар” “Салауат Юлаев” хоккей клубы Кубогы өсөн көрәш башлай. 11 августа Омскиға миҙгел алды турнирына юллана.