Республика Башлығы Указына ярашлы, быйыл улар 150 мең һум күләмендә грант аласаҡ. Аҙнаның тәүге көнөндә төбәк етәксеһе мәктәпте уңышлы тамамлаусы егет-ҡыҙҙар менән шәхсән аралашты. Башҡортостан башлығы менән өс абитуриент республика йортонда, ҡалғандары онлайн-режимда осрашты.
Төбәк етәксеһе уҡыусыларҙың еңел булмаған шарттарҙа ирешелгән уңыштарын юғары баһаланы.
Алда уҡыусыларҙы һөнәр һайлауға бәйле яңы һынауҙар көтә. Осрашыу барышында Башҡортостан башлығы уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап бирҙе һәм ҡайһы төбәктә юғары уҡыу йортон һайлауҙарына ҡарамаҫтан, киләсәктә йәш белгестәр булып республикаға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырыусы уҡыусыларҙың уҡытыусылары ла 50 мең һум күләмендә грант аласаҡ. Алдағы йылдан уҡыусыларға грант алыу тәртибе тағы ла ябайлаша.
Әле Хөкүмәттә республика юғары уҡыу йорттарын һайлаусы уҡыу алдынғыларына грантҡа заявкаларҙы Дәүләт хеҙмәттәре портлаы аша юллау тәртибе ҡарала.
Гөлдәриә Йосопова