Волга буйы федераль округында иң ҙур вакцинация үҙәге Өфөлә асыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

Прививка яһатыусылар республика шифаханаларына юллама ота ала. Был турала бөгөн коронавирус инфекцияһы таралыуын сикләү буйынса оператив штаб ултырышында Башҡортостан башлығына хәбәр иттеләр.

Вакциналау пункты «Торатау» конгресс холының беренсе ҡатында урынлаша. Тәүлегенә унда мең ярым кешегә прививка яһау ҡаралған. 10 медицина бригадаһы 2 сменала иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Июль аҙағына тиклем вакцина ҡаҙатып өлгөрөүселәр араһында Башҡортостан шифаханаларына 86 юллама уйнатыла. Улар йәшәү, туҡланыу һәм төп дауалау хеҙмәттәрен үҙ эсенә алған 2 аҙналыҡ ялға иҫәпләнгән.

Конкурста ҡатнашыу өсөн вакцинациянан һуң алынған промокодты «Сәләмәт Өфө» сайтында теркәргә кәрәк. 15 июлдән шулай уҡ баҡсасылар өсөн махсус мобиль төркөм эшләй башлай. Улар баш ҡала эргәһендәге баҡсасылыҡ ширҡәттәренең мөрәжәғәте буйынса прививка эшләргә сығырға әҙер буласаҡ.

Рафиҡ Әхмәтшин