Бынан тыш төбәктәрҙә 8 фельдшер-акушерлыҡ пункты менән табип амбулаториялары төҙөлә. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу юлдары республика хөкүмәте президиумы ултырышының көн тәртибенә сығарылды. Кәңәшмә хөкүмәт преьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үтте.
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 140 дәүләт учреждениеһы эшләп килә. Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 23 яңы объект сафҡа индерелгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән Өфө районында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау буйынса ике клиника-диагностика үҙәге төҙөлдө.
Әле республика кардиология үҙәген төҙөкләндереү, Өфөнөң 9-сы дауаханаһы, Ҡыуатов исемендәге беренсе һанлы клиник дауаханаһы, Учалыла хирургия корпусы, Бөрө һәм Саҡмағошта поликлинкиалар төҙөлөшө дауам итә.
Рафиҡ Әхмәтшин