«Атайсал « проекты сиктәрендә һөнәри үҫешкә ирешкән шәхестәр ауыл-ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнаша

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөнгө көндә “Атайсал” проектына йөҙҙән ашыу ауыл биләмәһе башлығы һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар, шәхси эшҡыуарҙар ҡушылды.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Яңауыл районы Орловка ауылындағы «Һалҡын шишмә»не ремонтлауҙы ойошторҙо. Бағыусы ярҙамы менән урындағы халыҡ шишмә тирәһен тәртипкә килтерә. Шишмәләге йорт һәм ҡоймалар буяла, үләндәр сабыла, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыла һәм тротуар яңыртыла.

Уртаҡ көс менән, дәртләнеп төҙөкләндереү эштәрен башҡарабыҙ. Тиҙҙән «Һалҡын Шишмә» райондың иң матур урындарының береһе буласаҡ. Яңыртылған участка урындағы халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы ҡыуандырып торасаҡ тип ышанабыҙ.

Любовь Шамшурина, Орловка ауыл хакимиәте башлығы

Флорида Ким