Был хаҡта Росреестрҙың төбәк идаралығында белдерҙеләр. Быйыл 1 июлдән ер күҙәтеүе даирәһендә тикшереүҙәрҙә төп иғтибар профилактикаға бүленәсәк. Күсмә тикшереүҙәр айырым осраҡтарҙа, ҡағиҙә боҙоуҙы баһалағандан һуң ғына башҡарыласаҡ.
Мәҫәлән, уртаса категориялағы хәүефкә дөйөм ҡулланылыштағы һыу объекттарына ҡараған яр линияһында һәм яр буйына яҡын урынлашҡан ер участкалары инә. Бындай саралар системаны асығыраҡ күҙалларға һәм намыҫлы эшҡыуарҙар һәм граждандарға административ эште кәметергә булышлыҡ итер тип көтөлә.
Росреестрҙың Башҡортостан идаралығы уҙғарған контроль-күҙәтеү саралары хаҡында мәғлүмәт Дөйөм күҙәтеү реестрында сағылыш табасаҡ. Уның операторы булып Рәсәй Генераль прокуратураһы сығыш яһай.
Гүзәл Борханова