Алданған өлөшсөләргә фатир асҡыстары

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Интеграл» компанияһы Нефтекамала нигеҙ һалған һуңғы биш йортта эштәр тамамланды. 2017 йылда күп ҡатлы йорттарҙың тәүгеһе сафҡа инде. 2019 йылда компания банкрот тип иғлан ителде. Төҙөлөш ойошмаһы алышынды.

Ярты миллион аҡса һалып йорттарҙы сафҡа индереү йөкләмәһен үҙ өҫтөнә алды. 2019 йылда 2 проблемалы йорттан 140 ғаиләгә фатир асҡысы тапшырылды. Былтыр тағы 63 алданған өлөшсө моратына иреште. Бөгөн иһә 6 йыл көткәндән һуң, 46 ғаилә фатирлы булды.

Рафиҡ Әхмәтшин