Өфөлә спорт көйәрмәндәре араһында «Легион» футбол турниры уҙҙы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сара вафат булған фанаттар иҫтәлегенә арналды. Ярышта Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Пермь, Силәбе, Магнитогорск, Туймазы һәм Һамар ҡалалары көйәрмәндәре ҡатнашты. Турнирҙы ойоштороуҙа «Өфө» футбол клубы ярҙам күрһәткән.

Идея апрель-май айҙарында барлыҡҡа килде. Беҙ «Зенит», «Спартак», «Салауат Юлаев» клубтары фанаттары менән аралашып, ошондай турнир үткәрергә кәрәк тигән ҡарарға килдек. Башҡа төбәктәрҙән дә көйәрмәндәр саҡырҙыҡ.

Андрей Коленченко, «Өфө» футбол клубының көйәрмәндәр менән эш итеү буйынса белгесе

Тәүге этапта ярышта ҡатнашыусы 13 команда 3 төркөмгә бүленгән. Плей-оффҡа 8 иң яҡшы команда сыҡҡан һәм улар арһынан еңеүсе билдәләнгән. Өсөнсө урын өсөн матчта «Салауат Юлаев» хоккей клубы көйәрмәндәре Туймазы командаһын еңеп сыҡҡан. Финалда Стәрлетамаҡтан Санкт-Петербургтың «Зенит» клубы фанаттары «Силәбе»нең «Трактор»ы өсөн көйөүселәрҙе артта ҡалдырған.

Беҙгә ваҡытты дуҫтарыбыҙ менән бергә үткәреү бик оҡшай. «Легион» турниры тап ошо маҡсатта булдырылған да инде. Киткәндәрҙе яҡшы һүҙ менән иҫкә алдыҡ. Турнир ошоноң өсөн даими ойошторола.

Борис Сорокин, «Амкар» футбол клубы көйәрмәне /Пермь/

Гөлдәриә Йосопова