Вакцина яһатмаған пассажирҙарға ҡала һәм төбәк-ара автобустарында йөрөү рөхсәт ителмәй

26 июлдән автобустарға билет алғанда вакцинация тураһында сертификат, пцр-тест, йә булмаһа медицина талаптары буйынса прививка эшләтергә ярамағанлығы тураһында справка күрһәтергә кәрәк була.

– Шулай уҡ граждандар мотлаҡ битлектә булырға тейеш, – тип хәбәр итәләр Башавтотранс преприятиеһынан.