Рәсәй Президенты янындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле Умарпаша Ханалиев һәм Ҡырғыҙстандан Рәсәйҙәге илсеһе Гөлнара-Клара Самат күп яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса осрашыу уҙғарҙы.
Ҡырғыҙстан менән Башҡортостан араһында төбәк-ара бәйләнеш 2019 йылда уҡ булдырылды. Әммә коронавирус етди эштәргә тотонорға ҡамасау итте. Әле ике республика еңел сәнәғәт өлкәһендә уртаҡ проект ойошторорға ниәтләй.
«Рәсәй» гәзите яҙыуынса Ҡырғыҙстан республикаһы Башҡортостан эшҡыуарҙарын Баткен өлкәһендә үтәсәк форумға саҡырған.