Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә урманда ике кеше аҙашҡан. 13 июль Нуриман районында 62 йәшлек ир аҙашҡан. Ул төндө урманда уҙғара. Ҡотҡарыусылар уны бөгөн Павловка ауылы янында тапҡан.
Икенсе осраҡ Белорет районында теркәлгән. Унда 52 йәшлек ир йылға буйлап ағып төшөп, урманда йөрөргә була һәм аҙаша. Уны ла ҡотҡарыусылар табып тәғәйен урынға илтеп ҡуйған. Уҙған аҙна 112 берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә урманда аҙашыусыларҙан 11 шылтыратыу булған. Юғалған 21 кешенең барыһы ла табылған.