Көҙгө сессияла республика халыҡтары телдәре тураһындағы ғәмәлдәге ҡанунға үҙгәрештәрҙе беренсе уҡыуҙа ҡарау планлаштырыла.
Проект Башҡортостан халыҡтары телдәрен өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереү буйынса этнолингвистик үҙәк ойоштороуҙы күҙаллай. Ул милли мәғарифты үҫтереү буйынса фәнни-тикшеренеү һәм методик эш менән шөғөлләнәсәк.
Милли мәғарифты фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү мәсьәләһе полилингваль мәктәптәр селтәре үҫеше менән көнүҙәк булып тора. Был мәктәптәрҙә балалар, кәм тигәндә, өс телде өйрәнә. Полилингваль мәктәптәрҙең эш үҙенсәлеге белем биреү ысулдарына айырым ҡараш талап итә.