19 июль дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ял була

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ошо туралағы күрһәтмәһе баҫылып сыҡты. Чиновниктарҙың был көн өсөн эш хаҡы ла һаҡлана.

Муниципаль хеҙмәткәрҙәргә күрһәтмә тәҡдим характерында. 20 июлдә Ҡорбан байрамы, ошоға бәйле 4 көн рәттән – 17 июлдән 20 июлгә тиклем ял була. 21 июль – эш көнө.