Унда эш биреүселәр буш хеҙмәт урындары тураһында хәбәр итә ала. Ведомство мәғлүмәте буйынса, республикала 80 мең ойошмала белгестәр етешмәй. Эшсе ҡулдарға агросәнәғәт комплексы, урман һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтары мохтаж.
Бынан тыш механизаторҙар, тракторсылар, комбайнерҙар, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлаусылар талап ителә. Һөнәр эйәләренә транспорт төҙөлөш тармаҡтарында ла ихтияж ҙур.