Тәүлек эсендә ҡотҡарыусылар республика урмандарында аҙашҡан ике иргә ярҙамға килгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тәүге осраҡта туристик төркөм менән йылға буйлап ағырға сыҡҡан 52 йәшлек ир ни сәбәптәндер урман эсенә инеп аҙаша. Бәхеткә, турист менән бәйләнеш өҙөлмәй һәм уны эҙләү уңышлы тамамлана. Ҡотҡарыусылар ирҙе Белоретҡа тиклем оҙатып ҡуя.

Ошо уҡ көндө Нуриман районы Красный Ключ ауылы эргәһендәге урманда 1959-сы йылғы ир аҙаша. Уны эҙләргә шулай уҡ ҡотҡарыусылар юллана. Төндө урманда үткәргән ир бөгөн иртән Павловка ауылында иҫән килеш табыған.

Гөлдәриә Йосопова