Шаран районында «Ата-бабалар ауазы» проектының презентацияһы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Программа сиктәрендә тарихсылар һәм крайҙы өйрәнеүселәр күпләп башҡорттар йәшәгән райондарға сығасаҡ. Төньяҡ-көнбайыш диалектын танытыу, шәжәрәләр төҙөргә ярҙам итеү кеүек эштәр башҡарыласаҡ.

Осрашыу барышында ырыуҙар тарихын өйрәнеү мәсьәләһе күтәрелде. Шаран районында Ҡырғыҙ, Йылан, Тамъян ырыуы вәкилдәре йәшәй. Сара аҙағында республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе башҡорттар кесе Ватан менән бәйле тарихи факттар менән танышты.

Әфлинә Килдейәрова