Башҡортостан республикаһының үҫеш корпорацияһы ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелгән проекттар һаны өс тапҡырға артҡан. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 46 миллиард һумдан ашыу.

Әле тағы 82 проект буйынса эш алып барыла. Улар республикала 5 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирә.