Бер мандатлы округтар буйынса 60 кеше депутатлыҡҡа дәғүә итә. Был турала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр иттеләр. Үҙҙәрен тәҡдим итеүселәр дүртәү.
Иң ҙур кандидаттар исемлеге "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенән. "Родина", "Үҫеш партияһы", "Яңы кешеләр", "Йәшелдәр" Рәсәй экология партияһы кеүек парламетҡа инмәгән сәйәси көстәр ҙә кампанияға әүҙем ҡушылды тигән фекерҙә белгестәр.
Сәйәсәт фәндәре кандидаты, йәш этнополитологтар мәктәбе башҡарма директоры Владимир Савичев.
Дәүләт Думаһына һайлау, башҡа тауыш биреү йәки референдумдар 19 сентябргә тәғәйенләнгән. Быйыл ул өс көн дауам итә, 17,18,19 сентябрҙә үтә. Бер мандатлы округтарҙа кандидаттар исемлеге 23 июлдән һуң билдәле була.
Сәйәси партияларҙан округ һайлау комиссияларына документтарҙы тәҡдим итеү тап ошо осорға тамамлана. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты етәксеһе Руслан Зәйнуллин.
Башҡортостанда 1 мең 300-ҙән ашыу һайлау участкаһында видеокүҙәтеү урынлаштырылған. 230 бюллетенде комплекслы эшкәртеү ҡоролмаһы ҡуйыла. Шулай уҡ һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт үҙәге булдырылған. Унда 6 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнгән.